07:46 (UTC+5), 01 Августа 2019

Радий Хәбиров: Төп бурысыбыҙ – Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ышанысын һәм өмөтөн аҡлау

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаларына кешеләр менән һөйләшергә өйрәнеү, улар менән аралашҡанда түҙемлек һәм һиҙгерлек күрһәтеү, иғтибарлы булыу зарур. «Берәй нимә вәғәҙә итһәгеҙ, уны үтәргә, бурысты кире ҡайтарырға кәрәк», — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров кисә Өфөлә уҙған «Берҙәм Рәсәй»ҙең партия активы менән осрашыуҙа.
«Республикабыҙҙың төп байлығы — ошонда йәшәгән халыҡтар берҙәмлеге. Ә беҙҙең төп бурысыбыҙ —Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ышанысын һәм өмөтөн аҡлау. Мин көн һайын шуның менән шөғөлләнәм һәм һеҙ ҙә республика алдында торған бурыстарҙың кимәлен аңларһығыҙ тип ышанам», — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан етәксеһе республика буйлап эш сәфәре барышында үҙенең төрлө хис-тойғолар кисереүе һәм һәр ваҡыт республикабыҙҙың көслө булыуына инаныуы хаҡында һөйләне.
Радий Хәбиров төбәк етәксеһенең эше оператив етәкселек итеүгә генә түгел, ә ниндәйҙер маҡсаттар ҡуйыуға һәм үҫеш стратегияһын билдәләүгә лә ҡайтып ҡала тип иҫәпләй.
«Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә маҡсаттар ҡуйырға, республиканы әүҙемләштерергә өлгөргәнмендер тип ышанам. Командабыҙ Башҡортостанға яңы һулыш өрөргә тейеш. Мәҫәлән, мин «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» ваҡиғаһына әүҙем ҡушылыуын теләр инем. Беҙ уны артабан да дауам итербеҙ һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған һәр кемгә ярҙам күрһәтербеҙ. Башҡортостанда бер-береңә ярҙам ҡулы һуҙыу бик көслө, ул быуаттар буйына формалашҡан», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Радий Хәбиров ил етәкселегенең һәм федераль властарҙың республикаға ыңғай мөнәсәбәте хаҡында ла һөйләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика