11:00 (UTC+5), 30 Июль 2019

Республикала «Мобиль һайлаусы» эшләй башланы

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 24 июлдән теркәүҙән төшөрөү таныҡлыҡтары һәм территориаль һайлау комиссияһы, участка һайлау комиссияһы биналарында ваҡытынан алда тауыш биреү системаһын алмаштырған «Мобиль һайлаусы» механизмы үҙ эшен башланы. Хәҙер торған урын буйынса тауыш биреү процедураһы күпкә уңайлыраҡ. Алдан торған урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза биргән осраҡта, ул, ҡайҙа теркәлеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостан эсендә тауыш биреү мөмкинлеген бирә. 2019 йылдың 8 сентябрендә теркәлгән урынынан ситкә киткән: командировкаға юлланғандар, икенсе ҡалала белем алғандар, ялдағылар, теркәлгән урыны буйынса йәшәмәгәндәр «Мобиль һайлаусы» механизмы менән файҙалана ала. Бынан тыш, «Мобиль һайлаусы» аҙ хәрәкәт иткән граждандарға ла кәрәк булыуы ихтимал. Торған урын буйынса тауыш биреү мөмкинлеге менән Башҡортостан Башлығын һайлауҙа һәм бер мандатлы округтарҙа (Өфө ҡалаһының Октябрь районында 9-сы Ҡояшлы һәм Нефтекама ҡалаһында 16 -сы Комсомол) Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлауҙа ҡулланырға була, тип белдерҙе Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов.
«24 июлдән 4 сентябргә тиклем «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында республика биләмәһендәге 69 территориаль һайлау комиссияларының, Күп функциялы үҙәк бүлексәләренең һәм 97 филиалдың теләһә ҡайһыһына торған урын буйынса һайлаусылар исемлегенә индереү тураһында ғариза бирергә мөмкин. Ә 28 августан 4 сентябргәсә республиканың 3 397 участка һайлау комиссияһының береһендә ғаризаны теркәргә була. Ғариза тапшырғанда паспорт кәрәк. Ғаризалар ҡабул итеү пункты операторы мәғлүмәттәрҙе тикшерә һәм ғаризаны теркәй, уның төп өлөшөн һайлау комиссияһында ҡалдыра, ә йыртмалы талонды һайлаусыға бирә. Йыртмалы талонда 2019 йылдың 8 сентябрендә һайлаусы тауыш бирә алған һайлау участкаһының номеры һәм адресы яҙылған», — тип билдәләне Марат Ғәҙелов.
Уның һүҙҙәренсә, ғариза бер тапҡыр ғына тапшырыла. Бер нисә ғариза бирелгән осраҡта, беренсеһе генә ғәмәлдә тип һанала. Ҡалғандары, һуңыраҡ яҙылғандары иҫәпкә алынмай.
«Әгәр шарттар үҙгәрһә – кеше ғариза биргән, ләкин сәфәргә, командировкаға сыҡмаған икән, үҙенең һайлау участкаһына килергә мөмкин. Әммә тауыш биреү механизмы бер аҙ ҡатмарлаша – махсус тикшереүҙән һуң ғына тауыш бирергә ярай. Был һайлаусының алдан билдәләгән участкала тауыш бирмәгәне раҫланһа, тауыш бирергә рөхсәт ителә. Быны участка һайлау комиссияһы һайлаусының мөрәжәғәтенән һуң ике сәғәт эсендә асыҡларға бурыслы», — тип һөйләне Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары.
http://www.bashinform.ru/news/1335352-v-bashkirii-zarabotal-mobilnyy-izbiratel/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика