03:11 (UTC+5), 24 Июль 2019

Һайлау участкаһы эшенә ниндәй ҙә булһа ҡыҫылыш ҡырҡа бөтөрөләсәк – Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.Һайлау участкаһы эшенә ниндәй ҙә булһа ҡыҫылыш ҡырҡа бөтөрөләсәк, тип белдерҙе журналистарға Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко.
«Ошондай теләһе ниндәй ҡыҫылыштар ҡырҡа бөтөрөлһөн өсөн мөмкин тиклем бөтә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Һайлау системаһы иҫәбенә үҙҙәренә ниндәйҙер дивиденд, мәрәй эшләргә теләүселәргә юл ҡуймайбыҙ», — тип билдәләне ул.
8 сентябрҙә Өфөлә 410 һайлау участкаһын видеокамералар менән тәьмин итәләр. Барлығы 69 территориаль һайлау комиссияһы ла видекамералар менән йыһазландырыласаҡ.
Тотош республика буйынса 225 һайлау бюллетенен эшкәртеү комплексы (КОИБ) ҡулланыласаҡ.
«Был ҡиммәтле һәм, һис шикһеҙ, ҙур техник саралар», — тип белдерҙе республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы.
Дөйөм алғанда Башҡортостан башлығын һайлауҙы уҙғарыуға республика бюджетынан 500 миллион һум бүленгән. Матбуғат конференцияһында Илона Макаренко билдәләүенсә, 8 сентябрҙә «таҙа һайлауҙар» буласаҡ тип күп тапҡыр әйтелде.
«Мин, моғайын, идеалист кешелер, әммә сиртеү менән теләгәнсә булмағанын аңлайым. Һайлауҙарҙың ысынлап та ғәҙел, таҙа һәм асыҡ асыҡ булыуына килтерһен өсөн төрлө алымдарҙың тупланыуы кәрәк», — тип иҫәпләй Макаренко.
Һүҙ тәү сиратта майҙан алып һайлауҙарҙы ойоштороусыларҙы уҡытыу тураһында бара. Дөйөм алғанда ул хәл иткес тауышҡа эйә 28 меңдән ашыу участка комиссияһы ағзаһы.
«Таҙа һайлауҙарға» әҙерлек сиктәрендәге эш өсөн мөһим йүнәлеш – күҙәтеүселәрҙе күрһәтеү һәм уларҙы тауыш биреү көнөнә әҙерләү мәсьәләләре буйынса эш.
«Күп һөйләнелгән административ ресурс булырға тейеш, — тип иҫәпләй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. — Муниципалитеттар 8 сентябрь ысын ваҡиғаға әйләнһен өсөн мөмкинлек тиклем барыһын да эшләргә тейеш. Тәжрибәле, хөрмәт ҡаҙанған хакимиәт башлығы һайлаусы участкаға килеп тауыш бирһен өсөн бар тырышлығын һала ала тип ышанам», — тип йомғаҡланы ул.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан башлығы вазифаһына 11 кандиаттан һигеҙ кеше теркәлгән.
Уларҙан - «Берҙәм Рәсәй» партияһынан Радий Хәбиров, ЛДПР-ҙан – Иван Сухарев, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән – Юрий Игнатьев, КПРФ-тан – Юнир Ҡотлоғужин, «Граждандар көсө»нән – Владимир Барабаш, Рәсәйҙең Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн партияһынан – Владимир Кобзев, «Яблоко»нан – Зөлфиә Ғайсина, «Рәсәй патриоттары»нан – Рәфис Ҡадиров.
Урындағы һайлауға республикала 15 меңдән ашыу кандидат теркәлгән.
Был көндө, 8 сентябрҙә, 9-сы Ҡояшлы һайлау округы һәм 16-сы Комсомол һайлау округы буйынса алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә депутаттар һайлау уҙа. Ике округ буйынса 14 кандиат тәҡдим ителгән, һәр округта бишешәр теркәлгән.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика