04:49 (UTC+5), 19 Июля 2019

Башҡортостанда таможня хеҙмәте барлыҡҡа килеүҙең 30 йыллығын билдәләнеләр

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 19 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә, 18 июлдә баш ҡаланың «Торатау» Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың таможня органдары барлыҡҡа килеүгә 30 йыл тулыуға арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Төбәк етәксеһе Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын ошо күркәм дата менән ҡотланы.
Байрамда Федераль таможня хеҙмәте етәксеһе Владимир Булавин ҡатнашты, тип хәбәр итте төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.
«Башҡортостан таможняһы тарихын быйыл йөҙ йыллығын билдәләгән республика тарихынан һәм Федераль таможня хеҙмәте үткәндәренән тыш күҙ алдына килтереп булмай, – тип белдерҙе ул. – Республиканың тотороҡло үҫешендә, экспорт мөмкинлектәрен арттырыуҙа, бар тармаҡтарҙың үҫешендә Башҡортостан таможняһы өлөшө лә ҙур».
Радий Хәбиров таможнясыларҙы байрамдары – Башҡортостан Республикаһының таможня органдары булдырылыуға 30 йыл тулыу менән ҡотланы һәм ведомство төбәк иҡтисады үҫешендә айырыуса мөһим роль уйнай тип белдерҙе.
«Башҡортостан иҡтисадын беҙ башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек, сауҙа итеү, инвестициялар асыу юлы менән үҫтерәбеҙ. Был юҫыҡта таможня хеҙмәте бик мөһим. Бөгөн мин беҙҙең таможняны булдырған һәм уны етәкләгән етәкселәрҙе, бар хеҙмәткәрҙәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайым», — тип белдерҙе республика етәксеһе. Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостан таможняһы тармаҡты заманса үҫтереүҙә пилот нөктәләренең береһе тип атауҙарын әйтеп үтте.
Байрам һуңында ведомствоның иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика