11:24 (UTC+5), 17 Июль 2019

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы республика башлығы вазифаһына тағы дүрт кандидатты теркәне

Азат Ғиззәтуллин
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.Бөгөн Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостан башлығы вазифаһына тағы дүрт кандидатты теркәне. Башҡортостан башлығын һайлауҙа бөтәһе һигеҙ кеше рәсми кандидат булды.
Бөгөн Ҡала проекттарын үҫтереү фонды директоры Владимир Барабаш («Граждандар көсө» партияһынан тәҡдим ителгән), блогер Владимир Кобзев (Рәсәйҙең Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн партияһы), юрист һәм өлөшсөләрҙең инициативалы төркөмө вәкиле Зөлфиә Ғайсина («Яблоко» партияһы) һәм эшҡыуар, «Восток» банкының элекке хужаһы Рәфис Ҡадиров («Рәсәй патриоттары» партияһы) дәғүәсе таныҡлығын алдылар.
Башҡортостан башлығын һайлауҙа кандидаттарҙың тулы исемлеге хәҙер шулай: Радий Хәбиров («Берҙәм Рәсәй»), Юнир Ҡотлоғужин (КПРФ), Иван Сухарев (ЛДПР), Юрий Игнатьев («Ғәҙел Рәсәй»), Владимир Барабаш («Граждандар көсө»), Владимир Кобзев (Рәсәйҙең Пенсионерҙар социаль ғәҙеллек өсөн партияһы), Зөлфиә Ғайсина («Яблоко») һәм Рәфис Ҡадиров («Рәсәй патриоттары»).
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы ике кандидатҡа теркәүҙән баш тартты. «Социаль яҡлау» партияһынан күрһәтелгән Алексей Молокин теркәү өсөн ҡануниәт тарафынан билдәләнгән кәрәкле документтар пакетын тапшырмаған. Рәмилә Сәйетова («Рәсәй Социалистик партияһы») теркәү өсөн кәрәк муниципалитет депутаттары ҡултамғаларын етерлек күләмдә тапшырмаған.
Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары шулай уҡ Сания Тимасованың Башҡортостан башлығын һайлауҙа артабан ҡатнашыуҙан баш тартыуы тураһында ғаризаһын ҡабул итте.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика