18:14 (UTC+5), 27 Июня 2019

Башҡортостанда Израиль медицинаһы көндәре уҙғарыла

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Быйыл Башҡортостанда Израиль медицинаһы көндәре уҙғарыла. Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Хорев медицина үҙәгенең (Хайва, Израиль) баш табибы, Израилдә «Сикһеҙ табиптар» проекты етәксеһе Роман Барак менән осрашыуында ошо хаҡта һүҙ барҙы. Хеҙмәттәшлек перспективалары һәм төбәктең һаулыҡ һаҡлау учреждениелары тәжрибәһенә алдынғы медицина технологияларын индереү мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
«Президентыбыҙҙың милли проекттары сиктәрендә, эшебеҙҙә медицинаны үҫтереүгә етди иғтибар бүлеүебеҙҙе беләһегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Әлбиттә, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә тәжрибә алмашыу, Израиль медицинаһына хас яңы алымдар алыу ҡыҙыҡлы булыр ине. Һеҙҙең сәфәрегеҙ Израиль һәм Башҡортостан араһында ошо өлкәлә хеҙмәттәшлекте башлау өсөн этәргес булыуы ихтимал тип иҫәпләйем».
Доктор Роман Барак оҙаҡ йылдар дауамында Израилдә «Сикһеҙ табиптар» проектына етәкселек итеүен билдәләне. Атап әйткәндә, ошо халыҡ-ара ойошманың эшмәкәрлеге барышында Израиль белгестәре Японияның «Фукусима» атом электр станцияһындағы аварияла зыян күргәндәр менән эшләргә рөхсәт алды, Сүриәләге хәрби бәрелештәрҙә яраланғандарға ярҙам күрһәтә.
Хорев медицина үҙәге шулай уҡ донъяның 80-дән ашыу илендә «Сикһеҙ Хорев» программаһын тормошҡа ашыра. Ул үҙәктең төп белгестәре ҡатнашлығында Израиль медицинаһының клиник һәм академик көндәрен уҙғарыуҙы күҙ уңында тота. Улар йөҙҙәрсә пациенттарҙы тикшереүҙән тыш, осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Шунан һуң үҙәк урындағы табиптарҙы Израилгә стажировкаға һәм квалификацияларын арттырырға саҡыра, шулай уҡ коллегия ҡарары нигеҙендә тулыһынса һауығыуға өмөтө булған балаларға һәм оло йәштәгеләргә Израиль яғы иҫәбенә бушлай тикшеренеү һәм дауалау тәҡдим итә.
«Яҡын аралағы пландарыбыҙҙың береһе – алдағы айҙарҙа Башҡортостанда Израиль медицинаһы көндәрен уҙғарыу, – тип белдерҙе доктор Роман Барак. – Һис шикһеҙ, был беҙгә үҙ-ара килешеп эш итеү өсөн киң офоҡтар асыр».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика