12:41 (UTC+5), 26 Июнь 2019

Австрияла Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Австрияла Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙҙы. Рәсми делегацияны Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкләне.
Республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сәфәрҙең эшлекле программаһында Австрияның власть һәм бизнес вәкилдәре менән эшлекле осрашыуҙар, төбәктең инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу, шулай уҡ уңайлы ҡала мөхитен булдырыу өлкәһендә тәжрибә алмашыу ҡаралғайны. Атап әйткәндә, Радий Хәбиров Австрия коллегалары менән бергә Венаның үҙәк вокзалына барҙы, унда вокзал һәм вокзал яны биләмәләрен үҫтереүҙең инфраструктура проекттары менән танышты.
Австрия баш ҡалаһының Музей кварталында башҡорт халҡының көнкүреше, мәҙәниәте һәм аш-һыуы күрһәтелгән милли ихата ойошторолғайны. Ошонда уҡ Һабантуй үтте, байрам этно-шоу һәм Башҡортостандың сәнғәт оҫталары концерты менән тамамланды. Унда Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, «Арғымаҡ» һәм «Карауан» төркөмдәре, Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов һәм башҡа йырсылар ҡатнашты.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Һабантуй ҡунаҡтарына сәләмләү һүҙен немец телендә башланы.
«Бөгөн һеҙҙең менән бергә булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Беҙ Венаға күп милләтле илебеҙҙең бер өлөшөн алып килдек. Башҡортостан – ҙур тарихлы республика. Беҙҙә мосолмандар ҙа, христиандар ҙа оҙаҡ йылдар үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәй. Республикала 100-ҙән ашыу милләт бар. Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының иҡтисады үҫешкән терәк төбәктәренең береһе.
Шуға күрә бөгөн һеҙгә үҙебеҙ хаҡында һөйләргә һәм барығыҙҙы ла һоҡланғыс Башҡортостаныбыҙға саҡырыу өсөн килдек. Ваҡытығыҙҙы матур итеп үткәреүегеҙҙе теләйем», — тине республика етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика