15:23 (UTC+5), 25 Июня 2019

Республика Ҡоролтайында «ҡоро» һабантуйҙарға йомғаҡ яһанылар

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда һабантуйҙарҙың төп өлөшө уҙҙы, быйылдан улар республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән хәмерһеҙ үткәрелде. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай спиртлы продукцияны көйләү тураһындағы законға тейешле төҙәтмәләр индерҙе. «Ҡоро» һабантуйҙарға тәүге йомғаҡ яһап, республика парламенты спикеры Константин Толкачев хәмер һатыуҙан баш тартыу байрамдарҙың күңелле үтеүенә йоғонто яһамауын билдәләне.
«Унан тыш, Өфөлә, мәҫәлән, яңы сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, һабантуй көнөндә Ҡала көнө һәм «Евразия йөрәге» фестивале киң ҡолас менән үтте, — тип яҙҙы Константин Толкачев «Фейсбук»тағы сәхифәһендә. — Республика халҡы яңы норманы ыңғай ҡабул итте. Ул хәүефһеҙлектә яҡшы сағылыш тапты. Һабантуй көндәрендә ниндәйҙер хәл-ваҡиғалар, йәмәғәт тәртибен боҙоуҙар теркәлмәне. Бәлки, ошо тәжрибәне күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы башҡа байрамдарға, шул уҡ ҡалалар һәм ауылдар көндәренә таратыу тураһында ла уйларбыҙ».
Дәүләт Йыйылышы рәйесе 27 июнь – Йәштәр көнө лә хәмерһеҙ үтәсәген иҫкә төшөрҙө. Башҡортостанда шулай уҡ Белем көнөндә, Һуңғы ҡыңғырау байрамында һәм көн һайын киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика