16:44 (UTC+5), 24 Июня 2019

Ростислав Мырҙағолов Башҡортостандан Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы итеп һайланды

Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы
Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 24 июндә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ултырышында «Башинформ» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов йәшерен тауыш биреү юлы менән Башҡортостан Республикаһынан Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы итеп һайланды.
Тауыш биреүгә ике кандидат тәҡдим ителде: Мырҙағоловтан тыш, Башҡортостан Республикаһы студенттарының хеҙмәт отрядтары лидеры Ирина Сухарева. Быға тиклем Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһында Башҡортостанды «Торатау» конгресс-холының хәҙерге директоры Айгөл Моратова күрһәтте. Ул төп эш урынында эштең күплегенә бәйле үҙ теләге менән Йәмәғәт палатаһы составынан сығыу тураһында ғариза яҙҙы.
«Төбәктәрҙән Йәмәғәт палатаһы ағзаларына субъекттарҙы федераль кимәлдә алға ебәреү бурысы йөкмәтелә, — ти Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина. — Беҙ Ростислав Мырҙағоловҡа төбәгебеҙҙе Рәсәй кимәлендә уңышлы күрһәтеүен һәм илдең Йәмәғәт палатаһы эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашыуын теләнек. Республикабыҙ вәкиленең беҙҙең тәжрибәләрҙе һәм проекттарҙы әүҙем күрһәтеүе мөһим».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика