09:37 (UTC+5), 21 Июня 2019

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына республика башлығы вазифаһына тағы ике кандидат документтарын тапшырҙы — хәҙер улар 11 булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Үҙәк һайлау комиссияһына республика башлығы вазифаһына тағы ике кандидаттың документтары тапшырылды. «Социаль яҡлау» сәйәси партияһынан 33 йәшлек Алексей Молокин күрһәтелде. Республика етәксеһе вазифаһына дәғүәсе Өфөлә йәшәй, урта белемгә эйә һәм бөгөн «Социаль яҡлау» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе советы рәйесе вазифаһын биләй.
20 июндә 53 йәшлек Рәмилә Сәйетова ла Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан башлығы вазифаһына дәғүә итергә теләүе тураһында белдерҙе. Кандидат «Рәсәй Социалистик партияһы» сәйәси партияһынан тәҡдим ителде. Рәмилә Сәйетова Өфөлә йәшәй, юғары белемле һәм шәхси юридик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, төбәк Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидаттарҙан документтар тапшырылды: «Берҙәм Рәсәй»ҙән — Радий Хәбиров, «Рәсәй пенсионерҙары партияһы»нан — Владимир Кобзев, КПРФ-тан — Юнир Ҡотлоғужин, ЛДПР-ҙан — Иван Сухарев, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән — Юрий Игнатьев, «Яблоко» партияһынан — Зөлфиә Ғайсина, «Рәсәй патриоттары»нан — Рәфис Ҡадиров, «Йәшелдәр» партияһынан — Сания Тимасова.
1 из 1
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика