11:14 (UTC+5), 20 Июня 2019

Радий Хәбиров «Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проекты тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республикала рәсми рәүештә «Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проекты старт алды. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуйҙы. Документта әйтелгәнсә, проект «граждандарҙың идара итеү ҡеүәтен асыҡлау һәм үҫтереү, шулай уҡ дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарын, ойошмаларҙы, предприятиеларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү сифатын арттырыу маҡсатында» булдырыла.
Проект ике бүлектән тора. «Идара итеү командаһы 2020-2025» конкурсы идара итеү тәжрибәһенә эйә булған 25-45 йәшлектәргә йүнәлтелгән. Был конкурс 17 июндән 5 сентябргә тиклем бара, проекттың сайтында 11 июлгәсә теркәлергә мөмкин.
Икенсеһе — «Башҡортостан Республикаһының йәш лидерҙары» конкурсы 18-35 йәшлек кадрҙарҙы табыуҙы маҡсат итеп ҡуя, ул 17 декабргә тиклем бара, теркәлеү ваҡыты – 12 июлдән 1 авгусҡа ҡәҙәр.
Указ менән проект тураһында положение, күҙәтеү советының һәм ойоштороу комитетының составы раҫланды. Күҙәтеү советына Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, «Башинформ» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов, ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Аҙат Баҙранов, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов, Башҡортостан Башлығы секретариаты начальнигы Татьяна Пашкова, Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Салауат Сәғитов, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова инде.
«Рәсәй лидерҙары» федераль конкурсы кеүек үк һайлап алыу бер нисә этапта уҙғарыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика