12:21 (UTC+5), 20 Июня 2019

Президент 2020 йылдан балаларға аҡса алыусылар исемлегенең киңәйтелеүен белдерҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2020 йылдың 1 ғинуарынан балаға уртаса 10-11 мең һумлыҡ түләүҙәр уртаса килеме ике йәшәү минимумы булған ғаиләләргә ҡағыла, тип белдерҙе Рәсәй президенты Владимир Путин тура бәйләнеш барышында. Яҡын арала йәш ярымдан 3 йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең дә ошондай социаль ярҙам алыу мөмкинлеге була.
«Әгәр беҙ 2020 йылдың 1 ғинуарынан килеме ике йәшәү минимумы булған ғаиләләргә нулдән йәш ярымға тиклем бирә башлаһаҡ [төбәк буйынса бер йәшәү минимумы күләмендәге балалар пособиеһы], ғаиләләрҙең 70% ошо ярҙам сараһына эләгә, — тине президент. — Әлбиттә, бала йәш ярымға еткәс, 1,5 йәшәү минимумына күсеү, йәғни шунда уҡ ошо ярҙамды алған ғаиләләр һанын кәметеү сәйер булыр ине. Шуға күрә быны килеме ике йәшәү минимумы булған бөтә ғаиләләргә таратырға тейешбеҙ тип иҫәпләйем һәм үҙем өсөн күптән ошо ҡарарҙы ҡабул иткәнмен».
2018 йылда президенттың башланғысы менән 1,5 йәшкәсә бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн яңы ярҙам сараһы индерелде. Был пособиелар федераль бюджеттан түләнә. Айлыҡ түләүҙәргә тәүге балаһы 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған ғаиләләр дәғүә итә ала. Ике ата-әсәнең дә Рәсәй гражданлығы булырға тейеш. Бынан алда «Башинформ» агентлығы Рәсәйҙә 1,5 йәштән өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙы тәрбиәләү буйынса пособиены төбәктәге бала өсөн йәшәү минимумы кимәленә тиклем арттырырға тәҡдим итеүҙәре тураһында яҙып сыҡты. Хәҙер ата-әсәгә, туғандарға йәки опекундарға 3 йәшкәсә бала тәрбиәләү буйынса компенсация 50 һум тәшкил итә. Ошо айлыҡ түләүҙең күләме 1994 йылдан алып үҙгәрмәй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика