09:02 (UTC+5), 18 Июнь 2019

Өфөлә 119 дәүләттең делегаты халыҡ-ара именлек мәсьәләләрен тикшерә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 18 июндә «Торатау» конгресс-холында хәүефһеҙлек мәсьәләләре өсөн яуап биргән юғары вәкилдәрҙең 10-сы халыҡ-ара осрашыуы башланды. Форумды асыуҙа Рәсәйҙең хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев, Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Николай Патрушев һүҙҙәренсә, халыҡ-ара осрашыу һәр ваҡыттағыса абруй менән файҙалана, һәм бөгөн ул Европа, Америка, Африка, Фарсы ҡултығы, Яҡын Көнсығыш, Көньяҡ-Көнсығыш һәм Төньяҡ-Көнсығыш Азия һәм донъяның башҡа төбәктәренән 119 дәүләтте берләштерә.
Һәр осрашыуҙың көн тәртибе ҡатнашыусы илдәрҙең теләктәрен иҫәпкә алып, шулай уҡ бынан алда уҙған конференцияларҙың йомғаҡтары буйынса төҙөлә.
«Башҡортостан ерендәге конференцияла һөҙөмтәле аралашыуҙан тыш, ошо ҙур иҡтисади һәм экспорт ҡеүәтенә эйә һоҡланғыс төбәк менән танышыуҙан онотолмаҫ тәьҫораттар ҙа алырбыҙ тип ышанам», — тине Николай Патрушев һәм Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа форумды ойоштороуҙа ярҙам һәм ҡунаҡсыллыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе.
Бөгөн делегация вәкилдәре милли хәүефһеҙлекте тәьмин итеү һәм гибрид янауҙарының артыуы шарттарында дәүләттәрҙең тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләһен тикшерә. Осрашыуҙың икенсе көнө ғәҙәттән тыш гуманитар ярҙам күрһәтеү өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм уны үҫтереү мөмкинлектәре тематикаһын ҡарау менән дауам итә. Конференцияның өсөнсө көнөндә «түңәрәк өҫтәлдәр» уҙғарыла.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика