Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
83.59
+0.63
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Июнь 2019, 17:17

Рөстәм Мусин Краснокама районы башлығы итеп һайланды

ӨФӨ, 2019 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рөстәм Мусин бөгөн рәсми рәүештә республиканың Краснокама районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Район советының бөтә депутаттары ла ошо ҡарар өсөн тауыш бирҙе.
Рөстәм Мусин Башҡортостандың Мишкә районы Иштыбай ауылында тыуған. Уға 53 йәш. Урындағы совхозда ветеринар табип була, 1996-2000 йылдарҙа — Мишкә районы хакимиәте башлығының кадрҙар менән эш буйынса урынбаҫары. 2015 йылдың февраленән 2019 йылдың 14 майына тиклем Рөстәм Мусин Мишкә районы хакимиәте башлығы булып эшләй.
Читайте нас: