Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Июнь 2019, 10:31

Хеҙмәт министрлығы башлығы 2020 йылдағы индексациянан һуң әсәлек капиталының суммаһын атаны

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2020 йылдың 1 ғинуарындағы индексациянан һуң әсәлек капиталының суммаһы 470 мең һум тәшкил итергә тейеш. Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин ТАСС агентлығына интервьюһында ошо турала хәбәр итте.
«2020 йылдың 1 ғинуарынан әсәлек капиталын индексациялау тергеҙелә. Был килешелгән ҡарар, беҙҙе бөтәһе лә хупланы. 2020 йылдың 1 ғинуарынан — ҡулланыусылар хаҡтарының үҫеш прогнозы 4% тәшкил итә — әсәлек капиталы арттырыла. Киләһе йылға бюджетты әҙерләгәндә ошондай аҡсаны күҙ уңында тотабыҙ. Йәғни 2020 йылдан әсәлек капиталының күләме яҡынса 470 мең һум тәшкил итергә тейеш», — тине ул Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында.
Бынан алда Топилин 2025 йылдан һуң әсәлек капиталы программаһын оҙайтыу тураһында тәҡдимдәрҙе күрмәүен хәбәр иткәйне. Илдә программа Рәсәй президенты Владимир Путиндың указы буйынса 2007 йылдан эшләй башланы. Ул 2021 йылдың аҙағына тиклем оҙайтылды. Сертификат икенсе йәки артабанғы балалар тыуған осраҡта бирелә.
Бөгөнгә Рәсәйҙә әсәлек капиталынң күләме 453 мең һум тәшкил итә.
Читайте нас: