11:01 (UTC+5), 07 Июнь 2019

Башҡортостан башлығы вазифаһына барлыҡ рәсми кандидаттар 20 июлдән һуң билдәле була

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 7 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан башлығы вазифаһына үҙ кандидаттарын күрһәтергә хәл иткән сәйәси партиялар быны 20 июнгә тиклем эшләргә тейеш. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Һайлау тураһындағы кодексҡа ярашлы, республика етәксеһе вазифаһына партияларҙан тәҡдим ителгән кандидаттар ғына дәғүә итергә мөмкин. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Марина Долматова «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында һөйләүенсә, партияларҙың төбәк конференциялары уҙғас, кандидаттар һайлау комиссияһына документтарын тапшырырға тейеш.
«Кандидаттар 1 июлдән 11-енә тиклем үҙҙәренең документтарын тапшырырға бурыслы. Бер үк ваҡытта улар республиканың башҡарма власынан Федерация Советы ағзаһы вәкәләттәрен бүлеп биреү өсөн өс кандидат тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш. Күрһәтелгән көндән алып улар муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдары депутаттарынан ҡултамғалар йыя ала», — тине Марина Долматова.
Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидат муниципаль депутаттарҙың 454 ҡултамғаһын йыйырға бурыслы. Улар иҫәбендә район һәм ҡала советы депутаттарының 56 ҡултамғаһы булырға тейеш. Өҫтәүенә дәғүәселәргә республиканың 48 район-ҡалаһында ярҙамлашыу тураһында ризалыҡ алырға кәрәк.
«Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы, бөтә документтарҙы һәм ҡултамғаларҙы тикшергәс, 20 июлдән дә һуңға ҡалмайынса Башҡортостан башлығы вазифаһына кандидаттарҙы теркәү буйынса ҡарар ҡабул итә. Республика киң мәғлүмәт сараларында һайлау алды агитацияһы 10 августа башлана һәм 6 сентябргә тиклем бара», — тине Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика