06:25 (UTC+5), 06 Июнь 2019

Өфөлә Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы эгидаһы аҫтында хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара конференция була

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Июнь уртаһында Өфөлә хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара форум ойошторола. Был хаҡта Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев хәбәр итте.
«17-20 июндә Өфөлә терроризмға ҡаршы көрәш, мәғлүмәти хәүефһеҙлек өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү, ғәҙәттән тыш гуманитар ярҙам күрһәтеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек темаларын тикшерергә ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, форумдың көн тәртибенә «ҡатнаш янауҙарҙың» күбәйеүе шарттарында дәүләттәрҙең тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләрен дә индерәбеҙ», — тине Патрушев «Известия» гәзитенә интервьюһында.
Рәсәй мөнәсәбәттәрҙе үҙ-ара файҙалы шарттарҙа төҙөй, тип билдәләне ул. Патрушев һүҙҙәренсә, форумда йылдан-йыл күберәк илдәр ҡатнаша.
«Былтыр Сочиҙағы осрашыуҙа 118 дәүләт ҡатнашты, күпселеге — хәүефһеҙлек советтары секретарҙары, профилле министрҙар, махсус хеҙмәттәрҙең етәкселәре кимәлендә. Был илдәрҙең халыҡ-ара хәүефһеҙлек янауҙары һәм саҡырыуҙары менән көрәшеү өсөн көстәрҙе берләштереүгә ҡыҙыҡһыныуын раҫлай», — тине Патрушев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика