12:22 (UTC+5), 06 Июнь 2019

8 сентябрҙә Башҡортостанда йәшәүселәр төбәк башлығын һәм ауыл советы депутаттарын һайлай

Георгий Шишкин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 6 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. 2019 йылдың төп сәйәси ваҡиғаһы — 8 сентябргә билдәләнгән Башҡортостан башлығын һайлау. Был көндә шулай уҡ урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һәм ике округ буйынса Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлау була. Бөтәһе 7354 депутат мандаты алмаштырылырға тейеш. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко «Башинформ» агентлығындағы матбуғат конференцияһында 8 сентябрҙә республикала 3435 һайлау участкаһы эшләйәсәге (шуларҙың 3397 — стационар) тураһында һөйләне.
«Һайлау комиссияларына һайлауҙы үткәргәндә законлылыҡты тәьмин итеү, граждандарҙың һайлау хоҡуғын яҡлау һәм гарантиялау бурысы ҡуйыла. Һәр ойоштороусы законға ярашлы эшләргә тейеш. Шул саҡта ғына беҙ ғәҙел һәм легитимлы һайлауҙы тәьмин итә алырбыҙ. Һайлау ҡануниәтен боҙоуға ишараны ла тамырынан юҡ итергә кәрәк. Шуның аша халыҡтың һайлауға һәм тауыш биреү һөҙөмтәләренә ышанысын нығытырға тейешбеҙ», — тип билдәләне Макаренко.
Сәйәси партияларҙың вәкилдәре лә таҙа һайлау уҙғарыуға үҙ өлөшөн индерергә бурыслы, тип иҫәпләй Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. Участка һайлау комиссиялары составында 18 сәйәси партия күрһәтелгән. Был — участка һайлау комиссияларының 18 меңдән ашыу ағзаһы, дөйөм һандан 64% юғары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика