07:00 (UTC+5), 30 Мая 2019

Республика һанлы һайлау участкаларын индереү буйынса федераль экспериментҡа ҡушылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан — һанлы һайлау участкаларын индереү буйынса федераль эксперименттың пилот төбәктәре иҫәбендә. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко «Башинформ»ға ошо хаҡта һөйләне.
Эксперименттың асылы шунда: 8 сентябрҙә — Берҙәм тауыш биреү көнөндә — Мәскәүҙә 30 һанлы участка асыла, уларҙа Башҡортостанда йәшәүселәрҙең республика башлығын һайлауҙа һанлы ысул менән тауыш биреү мөмкинлеге бар.
«Был тауыш биреү өсөн тағы бер мөмкинлек, шул иҫәптән Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн дә. Сөнки президент һайлауында теркәлгән һандарҙан сығып фекер йөрөткәндә, республикала йәшәгән 6000 самаһы һайлаусының тауыш биреү көнөндә Мәскәүҙә булыуы ихтимал. Улар илебеҙҙең баш ҡалаһындағы 30 һанлы участканың береһенә килеп, Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа тауыш биреү мөмкинлегенә эйә», — тине Шевченко.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова менән осрашыуында 2019 йылда Рәсәйҙә төбәк һайлауҙарын уҙғарыу мәсьәләләре тикшерелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика