06:17 (UTC+5), 27 Мая 2019

Күмертауҙың элекке мэры Борис Беляев Башҡортостан Хөкүмәтенең яңы вице-премьеры итеп тәғәйенләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Хәҙер инде Күмертау ҡалаһы хакимиәтенең элекке башлығы Борис Беляев Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Бынан алда ошо вазифаны биләгән Михаил Киреев хәҙер хөкүмәттә хәүефһеҙлек, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Юстиция буйынса дәүләт комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләре өсөн яуаплы. Элек был йүнәлештәр өсөн яңыраҡ донъя ҡуйған Артур Әхмәтханов яуап бирҙе. Хөкүмәттәге кадрҙар үҙгәреше тураһында оператив кәңәшмәлә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.
Борис Беляев 1976 йылдың авгусында Күмертауҙа тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Көйөргәҙе» Ермолаев араҡы-спирт комбинатында башлай, унда бүлек етәксеһе һәм директорҙың хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары булып эшләй, ошо предприятиеның юридик бүлеген етәкләй. 2002-2009 йылдарҙа – «Рәсәй почтаһы»ның Күмертау бүлексәһе етәксеһе. 2009 йылда Күмертау хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2010 йылдан –ҡала хакимиәте башлығы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика