Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
2+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Май 2019, 09:14

Радий Хәбиров Финляндияның Рәсәйҙәге илсеһе Микко Хаутала менән осрашты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 21 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Финляндияның Рәсәйҙәге илсеһе Микко Хаутала менән осрашты.
Яҡтар иҡтисадта, гуманитар һәм социаль өлкәлә артабанғы хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшерҙе.
Башҡортостан менән Финляндияны күптәнге дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй, тип билдәләне Радий Хәбиров. Республиканың сауҙа партнёрҙары иҫәбендә төньяҡ ил әлеге ваҡытта Башҡортостандың нефть химияһы предприятиелары продукцияһы экспортынан торған тауар әйләнеше күләме буйынса туғыҙынсы урынды биләй. Шуға күрә тауар әйләнешен үҫтереү өсөн ҙур ҡеүәт бар.
Башҡортостан етәксеһе республика аграрийҙары Финляндияға ауыл хужалығы продукцияһын (һөттән алып балға тиклем) оҙатырға әҙер булыуын белдерҙе. Үҙ сиратында Башҡортостан фин ауыл хужалығы техникаһын һатып алыу, бында йыйыу производстволарын һәм уны хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәктәрен ойоштороу менән ҡыҙыҡһына. Төҙөлөш өлкәһендә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта хеҙмәттәшлекте үҫтереү, берлектәге производстволар булдырыу өсөн һәйбәт мөмкинлектәр бар. Ентекле һөйләшеү өсөн яҡтар бизнес-делегациялар менән алмашыу теләген белдерҙе.
Финляндия Башҡортостан менән мөнәсәбәттәрҙә яңы бит асырға әҙер, тип хәбәр итте Микко Хаутала. Атап әйткәндә, ил ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм утилләштереү өлкәһендә бай тәжрибә туплаған. Финляндия «сүп-сар реформаһы»н тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға, үҙенең иң яҡшы тәжрибәләре менән уртаҡлашырға әҙер.
Санкт-Петербургта Wille маркалы күп функциялы коммуналь техника етештереүҙе ойошторған Wihuri Rus компанияһының генераль директоры Кари Хирвонен республиканы уның менән тәьмин итергә әҙер булыуын әйтте. Радий Хәбиров Өфө мэры Өлфәт Мостафинға техника менән танышырға һәм уны һатып алыу кәрәклеген баһаларға ҡушты.
Читайте нас: