06:48 (UTC+5), 20 Мая 2019

Радий Хәбировтың башҡорт теленән диктантты нисек яҙғаны билдәле булды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡорт теленән диктант яҙыу ойошторолдо. Быйыл Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тәҡдиме менән диктант тәүге тапҡыр халыҡ-ара статусында уҙҙы. Тәүҙә ойоштороусылар акцияла Рәсәйҙән, Ҡаҙағстандан, Канаданан, Төркиәнән, АҠШ-тан, Франциянан, Германиянан, Бөйөк Британиянан, Швейцариянан, Польшанан, Испаниянан, Италиянан, Швециянан 20 меңләп кеше ҡатнашырын күҙаллағайны. Һөҙөмтә көтөлгәндән дә юғарыраҡ булды.
«Иң ҡыҙыҡлы эштәрҙең береһе — Радий Хәбировтың диктанты. Туған телендә оҙаҡ аралашмаһа ла, Радий Фәрит улы насар яҙмаған. Ул диктантта ҡатнашыусыларҙың күпселегенә хас бер нисә орфографик хата ебәргән, — тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова. — Был — һәйбәт һөҙөмтә һәм диктантта «бишле» билдәһен алғандарға ғорурланырлыҡ өсөн сәбәп һәм «өслө» алғандарға яҡшы мотивация. Хәйер, һәр кем насар билдәләрҙе төҙәтеү мөмкинлегенә эйә: халыҡ-ара диктант йыл һайын үткәрелә. Киләһенә әҙерләнергә ваҡыт бар».
Өфөлә акция Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ойошторолдо. Башҡорт дәүләт университетында филиалдар менән бергә — 1238, шул иҫәптән төп корпуста 677 кеше диктант яҙҙы.
«Беҙҙең менән бергә башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты төрлө илдәрҙәге милләттәштәребеҙ ҙә яҙҙы. Ҡоролтайҙың Краснодар, Сорғот, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы һәм Татарстан Республикаһындағы урындағы бүлексәләре лә әүҙем ҡатнашты, — тип хәбәр итте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин. — Диктанттан һуң Европала, Төркиәлә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә, Рсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар менән видеоконференция ойошторҙоҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлекте һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерҙек».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика