Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
23+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Май 2019, 09:18

Краснокама районы башлығы вазифаһын Рөстәм Мусин башҡара

Краснокама районы сайты
Краснокама районы сайты
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республиканың Краснокама районы хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллиндың вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылды. Кисә район депутаттары Советының сираттан тыш ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Краснокама районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Рөстәм Мусин тәғәйенләнде, тип хәбәр ителә район хакимиәте сайтында.
Рөстәм Мусин Башҡортостандың Мишкә районы Иштебай ауылында тыуған. Уға 53 йәш. Урындағы совхозда ветеринар табип була, 1996-2000 йылдарҙа — Мишкә районы хакимиәте башлығының кадрҙар менән эш буйынса урынбаҫары. 2015 йылдың февраленән 2019 йылдың 14 майына тиклем Рөстәм Мусин Мишкә районы хакимиәте башлығы булып эшләй.
Читайте нас: