11:27 (UTC+5), 14 Мая 2019

Путиндың Өфөгә сәфәре ваҡытында уны «Торатау» геопаркы менән таныштырыу күҙаллана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Июлдә Владимир Путиндың Башҡортостанға сәфәре көтөлә. Президенттың 9-14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара олимпия комитеты булышлығында уҙғарылған 53-сө Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарына килеүе күҙ уңында тотола. Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе Артур Иҙелбаев һүҙҙәренсә, Өфөлә дәүләт башлығын «Торатау» геопаркы проектының концепцияһы менән таныштырыу ҙа ҡаралған.
Алдан хәбәр ителгәнсә, парк дүрт уратып алған райондың 3,9 мең квадрат метр территорияһын биләргә, Ғафури районындағы Тоҙйылғаны («Красноусол» шифаханаһы биләмәһендә урынлашҡан халыҡ-ара әһәмиәттәге объект) һәм Стәрлетамаҡ районындағы Йөрәктау шиханын үҙ эсенә алырға тейеш. Эшкәртелгән Шахтау шиханы ла паркка индерелә.
Парк инеү сикләнгән һәм инфраструктура, сервис урынлашҡан рекреацион зоналарға бүленә. Йәйәүлеләр, велосипед һәм автомобиль юлдары паркта төп файҙаланыу объекттары булырға тейеш. Туристарға махсус экскурсия маршруттары тәҡдим ителә.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, геопарк проекты 2020 йылдың көҙөнә әҙер була. Ул саҡта «Торатау»ҙы халыҡ-ара статусын алыу өсөн ЮНЕСКО эгидаһына индереүгә ғариза бирергә мөмкин. Әле Башҡортостандың тәүге геопаркы — «Янғантау» ошо процедураны үтә башланы.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2018 йылдың 12 декабрендә «Торатау» геопаркын булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика