17:24 (UTC+5), 06 Мая 2019

Радий Хәбиров Шереметьево аэропортындағы фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашты

ӨФӨ, 2019 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Шереметьево аэропортындағы авиафажиғәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең исемен йөрөткән Superjet 100 самолеты http://www.bashinform.ru/news/1305312-radiy-khabirov-vyrazil-soboleznovaniya-v-svyazi-s-tragediey-v-aeroportu-sheremetevo/">ғәҙәттән тыш хәлгә осраны. Мурманск өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Андрей Чибис исеменә ебәрелгән телеграммала былай тиелә:
«Республика һәм үҙемдең исемдән Шереметьево аэропортындағы авиафажиғәлә һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Фажиғә тураһында хәбәр Башҡортостанды ныҡ тетрәндерҙе. Беҙ Мурманск өлкәһендә йәшәүселәр менән бергә ҡайғырабыҙ. Зыян күргәндәрҙең һәммәһенә лә тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ. Был фажиғә ҡағылған һәр кемгә беҙҙең теләктәшлек һүҙҙәрен еткереүҙе һорайым. Ошондай ауыр ваҡытта һеҙгә сабырлыҡ, ныҡлыҡ һәм рух көсө юлдаш булһын».
Тәфтишселәр Мәскәүҙең Шереметьево аэропортында булған ғәҙәттән тыш хәлдең өс версияһын атаны. Рәсәй Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, хәлдең бер нисә версияһы ҡарала, улар араһында - пилоттарҙың, диспетчерҙарҙың һәм бортты техник яҡтан тикшергән кешеләрҙең тейешле квалификацияға эйә булмауы, һауа судноһының төҙөкһөҙлөгө, уңайһыҙ һауа шарттары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика