14:35 (UTC+5), 06 Мая 2019

Башҡортостандың Йәштәр хөкүмәте составына 19 кеше инә

ӨФӨ, 2019 йыл, 6 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 10 июндә Башҡортостандың Йәштәр хөкүмәтенә һайлап алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана. Кандидаттарҙы һайлап алыуҙы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора. Ул ике этапта уҙғарыла – ситтән тороп (проекттар конкурсы) һәм шәхси осрашыу. Конкурста Башҡортостанда даими йәшәгән 18-30 йәшлек граждандар ҡатнаша ала. Мотлаҡ шарт – кандидат дәүләт йәки муниципаль хеҙмәттә тормаҫҡа тейеш.
Заявка биреү өсөн Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына (Өфө, Ленин урамы, 10) ғариза, үҙең хаҡында мәғлүмәттәр, 3х4 фотоһүрәте менән тултырылған анкета, проект (талаптарға ярашлы башҡарылған), паспорт, белем тураһында документ күсермәһен, уҡыған йәки эшләгән урындан белешмә, хөкөмгә тарттырылмау тураһында документ, наградалар, дипломдар күсермәһен һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ ҡалдырырға кәрәк. Еңеүселәрҙе республиканың дәүләт власы органдары, йәмәғәт берләшмәләре һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәренән торған конкурс комиссияһы билдәләй.
Икенсе этап әңгәмәләшеү һәм проектты яҡлау форматында уҙғарыла. Тулыраҡ мәғлүмәт менән положениела танышырға мөмкин. Иң күп балл йыйған 19 ҡатнашыусы Йәштәр хөкүмәтенә ағза итеп алына. Шулай уҡ кандидаттарҙың резерв исемлеге төҙөлә.
Йәштәр хөкүмәте йәштәрҙең башланғыстарын хуплау, уларҙы сәйәси һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ылыҡтырыу, власть структуралары өсөн кадрҙар әҙерләү өсөн ойошторола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика