06:31 (UTC+5), 26 Апреля 2019

Радий Хәбиров Волга буйы федераль округында экологик белем һәм тәрбиә буйынса куратор итеп тәғәйенләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советы эшсе төркөмөнөң беренсе ултырышында округтың дәүләт власы органдарының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге эшмәкәрлеге тикшерелде.
Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы Глеб Никитин һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Тәбиғәт, Төҙөлөш министрлыҡтары, Федерация Советы һәм башҡа профилле ойошмаларҙың вәкилдәрен тыңланы. Төп мәсьәләне ике блокка бүлергә хәл ителде. Беренсеһе (Волга йылғаһын экологик һауыҡтырыу, ҡала ситтәрендә рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү йәһәтенән материалдар әҙерләү) өсөн Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторы яуап бирә, ә Башҡортостан етәксеһе экологик мәҙәниәт формалаштырыу, экологик белем һәм тәрбиә биреүҙе үҫтереү өсөн яуаплы, тип белдерҙеләр Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең матбуғат хеҙмәтендә.
«Беҙ ҡараған мәсьәлә Рәсәй Федерацияһы Президентының 2018 йылдың 7 майындағы 204-се Указында билдәләнгән маҡсаттарға һәм бурыстарға ирешеү менән бәйле. Совет ултырышында әҙерлек барышында беҙ ошо йүнәлештәр буйынса округтағы эштәр торошон анализларға, системалы проблемаларҙы асыҡларға һәм уларҙы хәл итеү тәҡдимдәрен әҙерләргә тейешбеҙ», — тип билдәләне дәүләт башлығының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Кузьмицкий.
2019 йылдың июнендә Өфөлә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү мәсьәләләре буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил ҡарамағындағы эшсе төркөмдөң ултырышы була.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сүп-сарҙы айырым йыйырға саҡырҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика