10:13 (UTC+5), 24 Апреля 2019

Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырып киткән өсөн язаны көсәйтеү тураһында законға ҡул ҡуйылды

pnp.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй Президенты Владимир Путин юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан водителдәрҙең енәйәт яуаплылығын http://www.bashinform.ru/news/1301828-podpisan-zakon-ob-uzhestochenii-nakazaniya-za-ostavlenie-mesta-dtp/">көсәйтеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Әгәр аварияла кешеләр зыян күрһә, ҡасҡан водителгә 3 йылға тиклем мәжбүри эштәр тәғәйенләнә йәки ул 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә. Кешенең ғүмере өҙөлһә, уның 2-7 йылға иректән мәхрүм ителеүе мөмкин. Һәләк булыусылар икәүҙән күберәк икән, 4-9 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
Быға тиклем авария урынынан ҡасҡан өсөн 1-1,5 йылға водитель танытмаһын тартып алыу йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу ҡаралғайны.
Элегерәк Дәүләт Думаһына иҫерек килеш үлемесле юл фажиғәләренә килтергән өсөн 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү тураһында закон проекты индерелде. Документ авторҙары бындай аварияларҙы аңлы рәүештә кеше үлтереүгә тиңләргә тәҡдим итте. Ҡәтғи сара иҫерек водителдәр ғәйебе менән юл-транспорт һәләкәте ҡорбандарын кәметер тип көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика