01:24 (UTC+5), 18 Апреля 2019

Радий Хәбиров Татарстан көндәрен асыу тантанаһында «Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ!» тигән девиз менән сығыш яһаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Радий Хәбиров ике республика өсөн яңы девиз менән сығыш яһаны — «Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ!». Был һүҙҙәр туғандаш халыҡтарҙың мөнәсәбәтен билдәләй.
Кисә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһында Татарстан Республикаһы көндәрен асыу тантанаһы уҙҙы. Йыйылыусыларҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов сәләмләне.
«Бөгөнгө кисә ике туғандаш халыҡтың ныҡлы дуҫлығына бағышланған. Быуаттар дауамында ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренең хеҙмәт батырлыҡтары менән халыҡтар берҙәмлеге – Ватаныбыҙ именлегенең һәм сәскә атыуының ныҡлы нигеҙе булыуын раҫланы. Бөгөн республикабыҙҙа миллион татар йәшәй — матур һан. Улар үҙҙәрен беҙҙең дөйөм йортобоҙҙа — Башҡортостанда бик яҡшы тоя. Был — Татарстандан ситтә иң ҙур татар диаспораһы», — тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлехановҡа Татарстанда башҡорт диаспораһына ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы республикала татар халҡының тарихи тамырҙарын, йолаларын, телен һаҡлау өсөн байтаҡ эш башҡарылыуын билдәләне: татарса китаптар баҫыла, гәзиттәр сыға, уҡыусылар мәктәптәрҙә татар телен өйрәнә, ике татар театры эшләй. Иртәгә Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыла, осрашыуҙар була, хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлә.
Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов башҡортостандарҙы республиканың 100 йыллығы менән ҡотлап, 31 йыл дауамында ике республика араһында ошондай кимәлдәге осрашыу үткәрелмәүен әйтте.
«Киләһе йылда Татарстан да үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Шундай ҙур тантаналарҙы бергә билдәләргә, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, динебеҙҙе һаҡларға, быны бергәләп эшләргә кәрәк», — тине Рөстәм Миңлеханов һәм Башҡортостан етәксеһенә рәхмәт белдерҙе.
Артабан ике етәксе ике республиканың үҫешенә ҙур өлөш индергән мәҙәниәт, мәғариф, бизнес эшмәкәрҙәрен бүләкләне. Тамашасыларға Татарстан һәм Башҡортостан сәнғәт оҫталарының концерты күрһәтелде.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика