09:53 (UTC+5), 17 Апреля 2019

Радий Хәбиров Башҡортостан Ҡоролтайының 25 йыллығына саралар уҙғарыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ 17 апрелдә Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
Республика Ҡоролтайының 25 йыллығы уңайынан юбилей саралары 2020 йылдың мартында була.
Юбилей сараларын әҙерләү һәм уҙғарыу өсөн ойоштороу комитеты төҙөлә. Ул республика Дәүләт Йыйылышының 25 йыллыҡ юбилейына арналған саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш.
«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К.Б. Толкачевҡа ойоштороу комитетын етәкләргә һәм уның составын раҫларға тәҡдим итергә», тип билдәләнә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының указында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика