12:24 (UTC+5), 16 Апреля 2019

Владимир Путин Земфира Латипованы Башҡортостандың Юғары суды рәйесе итеп тәғәйенләне

vechufa.ru
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Рәсәй Президенты Вдадимир Путин үҙенең указы менән Земфира Латипованы Башҡортостандың Юғары суды рәйесе итеп тәғәйенләне. Документта «судья вазифаһын башҡарыуҙың сикке йәшенә еткәнсе» тигән билдәләмә яҙылған.
Земфира Латипова суд системаһында 1982 йылдан алып эшләй. 1988 йылдан — Башҡортостандың Юғары суды судьяһы. 2009 йылда Башҡортостандың Юғары суды рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, енәйәти суд эштәрен башҡарыу өсөн яуап бирә. 2018 йылдың сентябренән, Башҡортостан Юғары судының элекке рәйесе Михаил Тарасенконың икенсе эшкә күсеүе сәбәпле, ваҡытлыса уның вазифаһын башҡара.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика