13:04 (UTC+5), 15 Апреля 2019

Былтыр Ирек Ялалов — 6,4 миллион һум, уның коллегаһы Лилиә Ғүмәрова 4,8 миллион һум эшләгән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзалары 2018 йыл өсөн килеме тураһында мәғлүмәттәр баҫтырып сығарҙы.
Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова 2018 йылда 4,8 миллион һум аҡса эшләгән. Уның милкендә — майҙаны 70 квадрат метрлыҡ фатир һәм «Тойота Хайлендер» автомобиле. Уның тормош иптәше былтыр 965 мең һум алған. Ғаиләнең файҙаланыуҙа 126 һәм 130 квадрат метрлыҡ тағы ике фатиры бар .
Өфөнөң элекке мэры, хәҙер парламенттың юғары палата ағзаһы Ирек Ялалов 6,39 миллион һумлыҡ килеме тураһында мәғлүмәт биргән. Был 2017 йылға ҡарағанда 1,6 миллион һумға күберәк. Ирек Ялаловтың милкендә 114 квадрат метрлыҡ фатир, 59 һәм 146,5 квадрат метрлыҡ тағы ике фатирҙа өлөшө һәм машина урыны, ә хәләл ефетенең йорто (611 квадрат метр), шәхси торлаҡ төҙөү өсөн 2,4 мең квадрат метрлыҡ ер участкаһы, 146,5 квадрат метрлыҡ фатирҙа өлөшө, гаражы, туҡталҡа урыны һәм хужалыҡ ҡаралтылары бар. Бөтә ошо мөлкәт менән Ирек Ялалов та файҙалана. Toyota RAV 4 һәм Toyota Land Cruiser Prado 120 автомобилдәре ҡатыны исеменә яҙылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика