08:00 (UTC+5), 11 Апрель 2019

Илона Макаренко республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп һайланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры Илона Макаренко бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп һайланды. Үҙәк һайлау комиссияһының 12 ағзаһы ла уның кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе. 9 апрелдә республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың указы менән ул төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнде, ә 10 апрелдә уның кандидатураһы республиканың Һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһына тәҡдим ителде.
«Илона Макаренко Мәскәүҙә Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе, комиссия ағзалары менән осрашты, һәм беҙ үҙебеҙҙең ултырышта уны Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе итеп һайлау тәҡдимен индерҙек. Уның биографияһын ентекле өйрәндек. Уның бар тормошо Башҡортостан менән бәйле, хоҡуҡ белгесе булыуы һәм Рәсәй, республика ҡануниәтен яҡшы белеүе беҙгә бик оҡшай. Башҡортостандың һайлау комиссияһы бөгөн һөҙөмтәле һәм килешеп эшләй. Республика башлығын һайлауҙы асыҡ, легитимлы һәм һайлау ҡануниәте сиктәрендә үткәрерһегеҙ тип ышанам. Бының өсөн комиссияның бөтә мөмкинлектәре лә бар», — тип билдәләне үҙенең сығышында Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко.
Илона Макаренко 1968 йылдың 8 февралендә Өфөлә тыуған. Юридик фәндәр докторы, профессор.
1992 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған.
1992 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының криминалистика һәм суд экспертизалары кафедраһында: соискатель, ассистент, өлкән уҡытыусы (1995-1999), доцент (1999 йылдан), криминалистика кафедраһы мөдире (2005 йылдан).
2009 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры.
Илона Макаренконың ғилми тикшеренеүҙәре бәлиғ булмағандар араһында енәйәтселеккә һәм хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш мәсьәләләренә арналған. Ул — 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика