06:36 (UTC+5), 11 Апреля 2019

Берҙәм рәсәйҙәр праймеризына Радий Хәбировтың дәғүәселәре — Дәүләт Думаһы депутаты һәм Күмертау башлығы

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе бөгөн сәйәси совет президиумы ултырышында алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн кандидаттарҙың исемлеген раҫланы. Уға Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Күмертау ҡалаһы башлығы Борис Беляев һәм «Рәсәй терәге»нең төбәк бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева инде.
Берҙәм рәсәйҙәр кандидаттарҙың урындағы һәм беренсел бүлексәләрҙең секретарҙары менән осрашыуҙар графигын да раҫланы. Улар 13 апрелдә Үрге Ҡыйғы ауылында, 27 апрелдә — Учалыла, 18 майҙа — Өфөлә, 29 майҙа Нефтекамала уҙа. Осрашыуҙар барышында «Берҙәм Рәсәй»ҙән Башҡортостан башлығы вазифаһына дәғүә итеүселәр үҙҙәренең идеялары һәм сәйәси программалары менән таныштыра. Уларҙа партияның беренсел ойошмаһы секретарҙары — бөтәһе 2000-дән ашыу кеше ҡатнаша.
8 июндә төбәк бүлексәһенең конференцияһы була, унда «Берҙәм Рәсәй»ҙән республика башлығы вазифаһына кандидат билдәләнергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика