10:32 (UTC+5), 11 Апреля 2019

Башҡортостандың элекке премьеры Азамат Илембәтов «Урал буйы» юл идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

«Урал буйы» юл идаралығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Федераль юл агентлығының 2019 йылдың 8 апрелендәге бойороғо менән Азамат Илембәтов «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы вазифаһына тәғәйенләнде. Был хаҡта федераль ҡаҙна учреждениеһы хәбәр итте.
«Урал буйы» юл идаралығының яңы етәксеһе республика хөкүмәтенең етенсе премьер-министры булып тора — 2011-2012 йылдарҙа ул ошо вазифала эшләгәйне.
Азамат Илембәтов 1972 йылдың 26 сентябрендә Өфөлә тыуған. Г.В. Плеханов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт тау институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1994 йылда Бүребай руда идаралығында баш маркшейдер булып башлай, артабан Хәйбулла районы ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө комитетының ер-кадастр бюроһы етәксеһе, «Бүребай руда идаралығы»ның етештереү-техник бүлеге башлығы булып эшләй.
1998 — Ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө комитетының Ер-кадастр бюроһы башлығы.
1998-2000 — баш маркшейдер, етештереү-техник бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы, Октябрьский ер аҫты руднигы начальнигы вазифаһын башҡарыусы, «Бүребай руда идаралығы» акционерҙар йәмғиәте генераль директорының етештереү буйынса урынбаҫары.
2000-2002 — «Хәйбулла тау компания»һы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры.
2002-2003 — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты Аппаратының сәнәғәт, тышҡы бәйләнештәр, сауҙа һәм иҡтисад тармаҡтарын координациялау бүлегенең баш белгесе.
2003-2004 — Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры урынбаҫары.
2004-2005 — «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.
2006-2008 — Хәйбулла районы хакимиәте башлығы.
2008 — «УГМК-Холдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тау рудаһы предприятиелары үҫеше идаралығы башлығы урынбаҫары.
2008-2011 —«НИИТЭХИМ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары.
2011 — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары.
2011 йылдың апреленән 2011 йылдың майына тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары.
2011 йылдың майынан 2012 йылдың авгусына тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика