11:41 (UTC+5), 10 Апреля 2019

Республикала һайлау участкаларының эшен ике сәғәткә оҙайталар

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда һайлау участкаларының эшен ике сәғәткә оҙайтырға теләйҙәр. Республика парламентының киләһе пленар ултырышында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһының Һайлауҙар тураһында кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы тейешле закон проектын ҡарарға ниәтләй.
Әле ғәмәлдә булған ҡануниәт буйынса, төбәктә һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙә асыла һәм киске 8-гә тиклем эшләй. Закон проектына ярашлы, участкалар иртәнге 7-нән киске 9-ға ҡәҙәр эшләргә тейеш.
«Һайлаусыларға уңайлы булһын өсөн участкаларҙың эш ваҡытын оҙайтабыҙ. Шул рәүешле күпселек халыҡ тауыш биреү мөмкинлегенә эйә була, – тине Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Хәҙер бөтәһенең дә эш графигы төрлөсә. Күптәр сменалап эшләй, йәкшәмбе көндө барыһы ла ял итмәй, айырыуса уңыш йыйыу осоронда. Ә кемдәр ял итә, ғаиләләре менән баҡсаға бара һәм кисен генә ҡайта, шуға тауыш биреп өлгөрмәй. Совет осоронда һайлау участкалары таңғы 6-нан киске 10-ға ҡәҙәр эшләй ине. Эш ваҡытын арттырыу һайлау комиссияларының эшендә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫ тип уйлайым».
Сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһе Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына һайлауҙа берҙәм тауыш биреү көнө булып тора. 2019 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығын, шулай уҡ айырым һайлау округтарында төрлө кимәлдәге депутаттар һайлау була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика