05:14 (UTC+5), 05 Апреля 2019

Раил Сарбаев Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһын 2008-2010 йылдарҙа республика хөкүмәтендә эшләгән Раил Сарбаев етәкләй.
Дүшәмбе, 8 апрелдә, Раил Сарбаев үҙ вазифаһын үтәүгә тотона.
«Өйгә ҡайтыуым менән бәхетлемен, миңә күрһәткән ышанысы һәм үҙ командаһына саҡырғаны өсөн Радий Фәрит улына рәхмәт белдерәм», — тине Раил Сарбаев «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә.
Сарбаев Раил Сәлих улы 1962 йылдың 11 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Абҙан ауылында тыуған.
Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Фән кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1980 йылда Ейәнсура районында ВЛКСМ-дың район комитетында башлай.
1989-1994 йылдарҙа — Ейәнсура район советының башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.
1994-2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы хакимиәте башлығы.
2000-2005 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы башлығы.
2005-2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры.
2008-2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры.
2010 йылдан хәҙерге көнгә тиклем — Урал тау-металлургия компанияһында директорҙар советы рәйесе.
2013-2014 йылдарҙа — ОАО «СГ-Транс» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вице-президенты.
2014 йылдан бөгөнгәсә — Рәсәй Федерацияһының финанс һәм көс структуралары етәкселәре кәңәшсеһе.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика