12:29 (UTC+5), 04 Апреля 2019

Радий Хәбиров Стәрлебаш уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәбендә тапшырырға рөхсәт бирҙе

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Радий Хәбиров Стәрлебаш уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәбендә тапшырырға рөхсәт бирҙе. Был проблема бөгөн «Мәғариф сәғәте» барышында килеп тыуҙы. Мәғариф министрлығы башлығы вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерлек һәм былтырғы тәртип боҙоуҙар хаҡында һөйләне.
Стәрлебаш районында тәртип боҙоу осрағы теркәлгән. Һөҙөмтәлә һигеҙ уҡыусының эштәре юҡҡа сығарылған, положениеға ярашлы, 2019 йылға имтихандар ҡабул итеү пункты ябылған. Мәктәп тамамлаусылар Берҙәм дәүләт имтиханын күрше Федоровка районында тапшырырға тейеш.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы бының менән ризалашманы: «Әйҙәгеҙ, өлкәндәрҙең хатаһы өсөн балаларҙы интектермәйек. Һынау тотоу — былай ҙа ҙур стресс. Уны таныш булған урында бирергә кәрәк».
Республика етәксеһе хәлде асыҡлау һәм хәл итеү юлдарын табыу өсөн районға үҙенең хакимиәте етәксеһен ебәрҙе. «Кадрҙар мәсьәләһен тикшерегеҙ, кәрәк икән, өлкәндәрҙе язаға тарттырығыҙ, ләкин балаларҙы өйҙә ҡалдырығыҙ».
Республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 19 787 сығарылыш уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнаша, 119 имтихан үткәреү пункты һәм 5 ситуациялар үҙәге эшләй. 2019 йылда Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт республиканы «ышаныс зона»һына индерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика