11:30 (UTC+5), 03 Апреля 2019

Илдар Байбулатов – Төбәк хеҙмәттәшлегенә һәм үҫешенә ярҙам күрһәтеү фонды президенты

«Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Төбәк хеҙмәттәшлегенә һәм үҫешенә ярҙам күрһәтеү Башҡортостан фондының идара итеү советы ултырышында быға тиклем «Торатау» конгресс-холы директоры булып эшләгән Илдар Байбулатовты фондтың яңы президенты итеп раҫлау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Фонд «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе менән үҙ-ара килешеп эш итә.
Илдар Байбулатов 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһының Тышҡы бәйләнештәр министрлығында тышҡы иҡтисади эшмәкәрлекте фаразлау, сит илдәр менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү менән шөғөлләнгән. 2005 йылда – Башҡортостан мөлкәт мөнәсәбәттәре министрының беренсе урынбаҫары. Һуңынан 2013 йылға тиклем республиканың Кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фондына етәкселек иткән.
Партияның төбәк бүлексәһе етәкселеге ошондай кадрҙар менән эшләү социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн лайыҡлы матди ерлек булдырырға мөмкинлек бирер тип ышана. Фондтың тәүге сараларының береһе «Эшлекле клуб» ултырышы булды. Эшҡыуарҙар һәм бизнесмендар төбәктең иҡтисади мәсьәләләрен тикшереү һәм үҙҙәренең кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү тәҡдимдәрен индереү өсөн йыйылды. Ултырыш сәйәси стендап формаһында үтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика