09:03 (UTC+5), 03 Апрель 2019

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышына һәм Өфө ҡала Советына өҫтәмә һайлау буйынса праймериз старт алды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостанда 8 сентябрҙә, республика башлығын һайлау менән бер рәттән, Нефтекама ҡалаһы буйынса Дәүләт Йыйылышы депутатын өҫтәмә һайлау була. Парламентҡа «Берҙәм Рәсәй» партияһынан һайланып ҡуйылған Николай Самойленко Иглин районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгәс, урын бушаны. Шул уҡ көндә Өфө һайлаусылары 8-се (Ленин районы) һәм 14-се (Орджоникидзе районының бер өлөшө) бер мандатлы һайлау округтары буйынса ҡала Советына ике депутат һайларға тейеш. Сөнки «Вся Уфа» муниципаль телеканалының элекке директоры Алина Сөләймәнова — Башҡортостандың баш ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, ә «Берҙәм Рәсәй» башҡарма комитетының элекке етәксеһе Руслан Ғиззәтуллин Кушнаренко районы башлығы итеп тәғәйенләнде, ә мандаттар вакантлы булып ҡалды.
Берҙәм рәсәйҙәр вакантлы депутат урындары өсөн көрәшергә теләгән алдан тауыш биреү кандидаттарынан документтар ҡабул итә башланы. 25 апрелгә тиклем иҫәпләү участкалары, иҫәпләү комиссиялары ойошторола, уларҙың рәйестәре һәм секретарҙары тәғәйенләнә. Яҡынса 16 комиссия төҙөлә. Кандидаттар 15 майға ҡәҙәр ике дебатта ҡатнашырға, ә 25 майғаса һайлаусылар менән осрашыуҙар үткәрергә тейеш.
«Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнө — 26 май. Был көндә һайлаусылар кандидаттар өсөн тауыш бирә, ә 28 майҙа беҙ алдан тауыш биреүгә йомғаҡ яһайбыҙ», — тине «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Әхмәҙинуров.
Праймеризға документтар 30 апрелгәсә ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йорт, 327-се бүлмә. Дүшәмбе-йома көндәрендә — иртәнге сәғәт 10-дан 5-кә тиклем, шәмбе сәғәт 10-дан төшкө 1-гә ҡәҙәр. Йәкшәмбе һәм рәсми ял көндәрендә документтар ҡабул ителмәй. Һуңғы ҡабул итеү көнөндә, 30 апрелдә, эш режимы — иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика