Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Апрель 2019, 09:25

Башҡортостанға Рөстәм Миңлеханов етәкселегендәге Татарстан делегацияһы килә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2019 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөгә Татарстан Республикаһы президенты Рөстәм Миңлеханов етәкселегендәге делегация килә. Сәфәр 17-18 апрелдә Башҡортостанда Татарстан Республикаһы көндәрен уҙғарыу менән бәйле. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.
Саралар Башҡорт АССР-ы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеү барышында уҙғарыла. Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә республика Башлығының Эштәр идаралығы, Хөкүмәт Аппараты, Мәҙәниәт министрлығы, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты менән берлектә делегацияны ҡабул итеү программаһын һәм сығымдар сметаһын әҙерләү, шулай уҡ сараларҙы ойоштороуҙы һәм үткәреүҙе тәьмин итеү бурысы йөкмәтелгән.
Ике туғандаш республиканың башлыҡтары Өфөлә сәнәғәт предприятиеларына, Өфө дәүләт нефть техник университетының һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының технопарктарына бара.
«Татарстан — Башҡортостан» бизнес-форумы барышында «Машиналар эшләү», «Нефть сәнәғәте», «Һаулыҡ һаҡлау», «Мәғариф», «Ауыл хужалығы», «Энергетика» һәм «Туризм» кеүек йүнәлештәр буйынса түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыу күҙаллана. Шулай уҡ Татарстан Республикаһы артистары ҡатнашлығында сәнғәт оҫталарының концерты була.
17 апрелдә Татарстан президенты татар шағиры Ғабдулла Туҡай һәйкәлен асыу тантанаһында ҡатнаша. Һәйкәл Өфө «Нур» татар дәүләт театры алдындағы майҙанда ҡуйыла.
Мәҙәни-күңел асыу һәм спорт саралары: концерттар, күргәҙмәләр, түңәрәк өҫтәлдәр, Башҡортостан һәм Татарстан командалары араһында көрәш буйынса ярыштар, футбол һәм волейбол уйындары ҡаралған.
Башҡорт АССР-ының 100 йыллығын байрам итеү барышында ике республиканың милли командалары ветерандары ҡатнашлығында хоккей уйыны ойошторола.
Читайте нас: