Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
18+ °C
Ямғыр
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Апрель 2019, 09:23
Яҙғыһын Рәсәй ғәскәрҙәренә 135 мең кеше хәрби хеҙмәткә саҡырыла
ӨФӨ, 2019 йыл, 1 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул шәмбе, 30 мартта, Кремль сайтында баҫылды.
1 апрелдән 15 июнгә тиклем запаста булмаған 18 – 27 йәшлек граждандар хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Документҡа ярашлы, Рәсәй армияһы сафына 135 мең кеше ҡушыла.
Рәсәй Хөкүмәте, субъекттарҙың башҡарма власть органдары һәм саҡырылыш комиссиялары ил граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыуға бәйле сараларҙың үтәлешен тәьмин итергә тейеш. Был указ рәсми баҫылып сыҡҡан көндән үҙ көсөнә инә.
http://www.bashinform.ru/news/1291351-v-rossiyskie-voyska-vesnoy-prizovut-135-tysyach-chelovek/
Теги:
яҙғы саҡырылыш
Читайте нас: