04:21 (UTC+5), 29 Марта 2019

Башҡортостанда республика башлығын һайлауҙа участкаларҙың бер сәғәткә иртәрәк асылыуы ихтимал

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Кисә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта республиканың Һайлау тураһында кодексына төҙәтмәләрҙе беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Парламентарийҙар 8 сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлауҙа уҡ һайлау участкаларын бер сәғәткә иртәрәк, ғәҙәттәгесә, иртәнге сәғәт 8-ҙә түгел, ә 7-лә асырға тәҡдим итә.
Ошо көндәрҙә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советы президиумы ултырышында Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин парламенттың ошо төҙәтмәләрҙе ҡарауын белдерҙе. Участкаларҙы бер сәғәткә алдараҡ асыу ял көнөндә график буйынса эшләгән һайлаусыларға һәм көҙҙөң тәүге көндәрендә таңдан баҡсаларына уңыш йыйырға барған кешеләргә тауыш бирергә мөмкинлек бирә.
Депутаттар башҡа төҙәтмәләр ҙә тәҡдим итте.
Улар хуплау тапҡан осраҡта, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙәең Йәмәғәт палаталары һайлауға үҙҙәренең күҙәтеүселәрен ебәрә ала. Кандидаттың муниципаль һайлауҙа махсус иҫәп асмайынса файҙалана алған аҡса күләме биштән 15 меңгә тиклем арттырыла. Был, депутаттар фекеренсә, депутат мандаттарына дәғүә иткән кандидаттарға эште еңеләйтә.
Сәйәси партияларға үҙҙәре тәҡдим иткән кандидаттарҙың һайлау фондына индергән аҡса өлөшөн 100 процентҡа тиклем арттырырға рөхсәт итеү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика