Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.22
-0.11
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Март 2019, 12:02

Бишкәктә Башҡортостан менән Ҡырғыҙ Республикаһы хөкүмәттәре араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бишкәктә Башҡортостан менән Ҡырғыҙ Республикаһы хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, экология, гуманитар һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Ҡырғыҙстандың иҡтисад министры Олег Панкратов ҡул ҡуйҙы.
Документ үҙ-ара файҙалы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеккә, инвестиция, инновация эшмәкәрлегенә һәм бизнесҡа, экология, гуманитар һәм мәҙәни өлкәләрҙә үҙ-ара эш итеүгә ярҙам күрһәтеүгә һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Бынан тыш, килешеү делегациялар менән алмашыуҙы, берлектәге конгресс-күргәҙмә сараларында ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота.
Ҡул ҡуйыу тантанаһы Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин һәм Ҡырғыҙстандың иҡтисад министры Олег Панкратовтың төбәктәр һәм компаниялар етәкселәре менән эшлекле иртәнге осрашыу ваҡытында уҙҙы.
Читайте нас: