11:13 (UTC+5), 28 Марта 2019

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев республика Башлығы хакимиәтенә эшкә күсә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев бөгөн вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалды. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында уның отставкаһы ҡабул ителде. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Хәйҙәр Вәлиевтың башлыҡ хакимиәтенә эшкә күсеүе һәм төп идаралыҡтарҙың береһен етәкләүе тураһында һөйләне.
«Хәйҙәр Арыҫлан улы менән күптән, Башҡортостандың беренсе президенты хакимиәтендә кадрҙар идаралығында эшләгән сағынан уҡ танышбыҙ. Уның ауыл советтары рәйестәренең фамилияларын, ағай-энелек бәйләнештәрен яттан белеүенә иҫем киткәйне. Беҙ уны республика Башлығы Хакимиәтендә күрергә һәм уның ҙур тәжрибәһен үҙебеҙҙең кадрҙар сәйәсәтендә файҙаланырға теләйбеҙ», — тип билдәләне Александр Сидякин. Ул республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының указын уҡып ишеттерҙе һәм Хәйҙәр Вәлиевты «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләне.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһын республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы урынбаҫары Марат Ғәҙилов башҡара.
Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова Хәйҙәр Вәлиевтың һайлау процесын үҫтереүгә күп көс һалыуы хаҡында һөйләне. Ул эшләгән һигеҙ йыл эсендә 2 495 һайлау кампанияһы уҙғарылған һәм төрлө кимәлдәге 18 мең депутат һайланған.
Бөгөн Хәйҙәр Вәлиевҡа Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының «Һайлауҙы ойоштороуҙа күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» почет билдәһе һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының почет грамотаһы тапшырылды. Комиссия аппараты хеҙмәткәрҙәре һәм территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре лә элекке етәкселәренә йылы һүҙҙәр әйтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика