12:12 (UTC+5), 28 Марта 2019

Азат Ғәлин Башҡортостан Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Азат Ғәлин Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Радий Хәбиров ҡул ҡуйған икенсе бойороҡ менән Альбина Воробьёва, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы етәксеһе вазифаһынан бушатылды.
Ғәлин Азат Ансар улы 1974 йылдың 22 ноябрендә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуған. «Юриспруденция» һөнәре буйынса Г.Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт тау-металлургия академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда Башҡортостан Республикаһының Юстиция министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт теркәү палатаһында хоҡуҡтарҙы теркәүсе булып башлаған.
2001-2006 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Юстиция министрлығының ҡануниәт, ведомствоның норматив-хоҡуҡи акттарына хоҡуҡи экспертиза һәм уларҙы теркәү бүлегенең баш белгесе, етәксеһе.
2006-2019 йылдарҙа – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Дәүләт-хоҡуҡ идаралығының хоҡуҡи экспертиза бүлеге мөдире, идаралыҡ етәксеһе урынбаҫары – хоҡуҡи экспертиза бүлеге мөдире.
Радий Хәбировтың тағы ла бер бойороғо менән Искәндәр Әхмәтвәлиев – Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығы етәксеһе, Альбина Воробьёва республика Башлығының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика