12:44 (UTC+5), 27 Март 2019

11 апрелдә республиканың «берҙәм рәсәйҙәре» праймеризда ҡатнашыу өсөн кандидаттар исемлеген раҫлай

Альмира Давлетбаева
ӨФӨ, 2019 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында партиянан Башҡортостан Башлығы вазифаһына күрһәтеү өсөн кандидатуралар буйынса алдан тауыш биреү башланды.
Партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров бөгөн республика халҡы араһында 70% ышаныс рейтингына эйә булған Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың кандидатураһын тәҡдим итте.
«Берҙәм Рәсәй» праймеризына Радий Хәбировтың конкуренттары булып Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Күмертау хакимиәте башлығы Борис Беляев һәм «Рәсәй терәге»нең төбәк бүлексәһе етәксеһе Ләйсән Николаева сығыш яһай.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев һүҙҙәренсә, был исемлек тулы түгел, бәлки, яңы фамилиялар өҫтәлер. Праймеризда ҡатнашыу өсөн кандидаттарҙың тулы исемлеге 11 апрелдә сәйәси совет ултырышында раҫлана.
Кандидаттар асыҡ дискуссияларҙа ҡатнашырға тейеш, уларҙың Үрге Ҡыйғыла, Учалы, Дүртөйлө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында үтеүе ихтимал.
Алдан тауыш биреү көнө 26 майға билдәләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика