06:43 (UTC+5), 21 Март 2019

Камил Кашаев — Башҡортостандың яңы прокуроры

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары бөгөн пленар ултырышта республика прокуроры вазифаһына Камил Кашаевтың кандидатураһын хупланы. Камил Кашаевтың кандидатураһы менән Волга буйы федераль округында Генераль прокуратура идаралығы начальнигы Александр Акатьев таныштырҙы. Ул яңы прокурорҙың биографияһы тураһында һөйләне һәм үҙен профессиональ, талапсан белгес итеп күрһәтеүен билдәләне.
«Тәү сиратта Рәсәйҙең Генераль прокуроры Юрий Чайкаға күрһәтелгән ышаныс өсөн рәхмәт белдерәм. Миңә республика халыҡтарының үҙенсәлекле йолалары яҡын. Был — минең өсөн бөтә туплаған белемемде ҡулланыу мөмкинлеге. Башҡортостандың дәүләт власы органдары менән конструктив хеҙмәттәшлек итергә ниәтләнәм. Халыҡтың социаль яҡтан яҡланмаған ҡатламдарының мәнфәғәттәрен яҡларбыҙ. Прокуратураның эше асыҡ булырға тейеш. Киң мәғлүмәт саралары менән әүҙем эш итербеҙ», — тине үҙ сығышында Камил Кашаев.
Уның һүҙҙәренсә, ул коррупцияға ҡаршы көрәшкә, төҙөлөш өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарға ҙур иғтибар бүлергә ниәтләй. Прокуратура милли проекттарға бүленгән аҡсаның нисек тотонолоуын күҙәтеп барырға, ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡырҡыуға, алкоголдең законһыҙ әйләнешенә юл ҡуймаҫҡа тейеш.
Белешмә:
Камил Кашаев 1973 йылда Татарстанда тыуған, Ҡазан дәүләт университетын тамамлаған. 1995 йылдан прокуратура органдарында эшләй. Район прокуроры ярҙамсыһынан алып Рәсәй Федерацияһы Генераль прокуратураһының Баш енәйәт-суд идаралығы начальнигы урынбаҫары — Дәүләт ғәйепләүселәре идаралығы начальнигына тиклем юл үткән. «ЮКОС»тың хәүефһеҙлек хеҙмәтенең элекке етәксеһе Алексей Пичугинға ҡаршы процеста дәүләт ғәйепләүсеһе булған. «Рәсәй Федерацияһының почетлы прокуратура хеҙмәткәре», II дәрәжә «Законға тоғролоҡ өсөн» билдәләре, Рәсәй Федерацияһы Генераль прокурорының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика