07:01 (UTC+5), 18 Март 2019

Ратмир Мәүлиев — Нефтекама хакимиәте етәксеһе

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/. Ратмир Мәүлиев Нефтекама хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Был хаҡта бөгөн республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров хәбәр итте. Ҡаланың элекке башлығы Рәшит Дәүләтов үҙ теләге менән отставкаға китте.
Ратмир Мәүлиев 1989 йылдың 14 авгусында Нефтекамала тыуған. «Юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. «МИРБИС» Мәскәү халыҡ-ара юғары бизнес мәктәбендә «Коммерция эшмәкәрлегендә менеджмент» программаһы буйынса профессиональ әҙерлек үткән. 2015 йылда Ютазы башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләгән. Шунан һуң Татарстандың Әлмәт районы башлығының инвестиция үҫеше буйынса кәңәшсеһе булып эшләгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика