04:27 (UTC+5), 18 Март 2019

Башҡортостандан ике вәкил «Рәсәй лидерҙары» конкурсында еңеү яуланы

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2019 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Сочиҙа «Рәсәй лидерҙары» конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Дүрт көн барған баһалау сараларынан, оҫталыҡ дәрестәренән, социаль һәм спорт әүҙемлектәренән һуң илдең иң шәп 104 идарасыһы асыҡланды, шул иҫәптән икәүһе — Башҡортостандан. Улар — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе идаралығы етәксеһе Марат Вәлиев һәм «Финэкспертиза-Сеть» консалтинг агентлығының генераль директоры Илгиз Байморатов.
«Башинформ» агентлығына Илгиз Байморатов хәбәр итеүенсә, әле ул Мәскәүҙә йәшәй, «ҡыҙыҡлы тәҡдим булһа», Башҡортостанға ҡайтырға әҙер.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл «Рәсәй лидерҙары» идарасылар конкурсына Рәсәйҙән һәм башҡа илдәрҙән 227 меңдән ашыу ғариза килде. Һайлап алыу этабына 91 меңдән ашыу конкурсант үтте.
Волга буйы федераль округынан ҡатнашыусылар Һамарҙа осрашты. Ярымфиналдар йомғаҡтарына ярашлы, 369 финалсы билдәләнде. Тағы 31 конкурсант «Лидер йөрәге» эше барышында тормошҡа ашырылған социаль проекттарҙың исемлеген ҡараған Күҙәтеү советы ултырышы йомғаҡтары буйынса финалға саҡырыу алды.
Башҡортостандан алты кеше финалға сыҡты: Тимур Әхмәҙинуров («Башнефть-Розница» менеджеры), Азат Ахунов («Стафф» кадрҙар агентлығын ойоштороусы), Илгиз Байморатов ( «Финэкспертиза-Сеть» консалтинг агентлығының генераль директоры), Дмитрий Денисенко («Акустик материалдар» компанияһы хужаларының береһе), Сергей Решетников («Башнефть» компанияһында менеджер), Олег Сурначев («Ак Барс» банкында менеджер). Һуңғараҡ уларға «Лидер йөрәге» эшен башҡарыу йомғаҡтары буйынса Марат Вәлиев (Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе идарасыһы) ҡушылды. Ул Өфөләге мәсет биләмәһендә ағастар ултыртыу инициаторы һәм ойоштороусыһы булып сығыш яһаны.
Сочиҙа 300 финалсы осрашты. Уларҙың барыһы ла 1 миллион һумға мәғариф грантын алды. Конкурс еңеүселәре Рәсәйҙең иң яҡшы етәкселәре араһынан остазға ла эйә булды.
Конкурсты Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тормошҡа ашыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика